““Ғаиләбеҙҙә Ғайсар, Бәхтейәр һәм Батырхан исемле егеттәр үҫтерәбеҙ. Улдарыбыҙҙы ысын башҡорт рухында, милләтебеҙгә хөрмәт һәм һөйөү хисе тәрбиәләү маҡсатында, уларға саф башҡорт исемдәрен ҡуштыҡ. Уларҙа илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләп, Тыуған илде яратырға, уның менән ғорурланырға, тоғро булырға өйрәтәбеҙ. Бындай исемдәрҙе иптәшем менән кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килеп һайлап ҡуштыҡ. Аталарын да милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың хөрмәтенә арнап Салауат тип ҡушҡандар. Улдарыбыҙға исемдәре үҙҙәренә бик оҡшай, беҙҙең ауылда ундай исемдәр бер кемдә лә юҡ. Ғайсар быйыл 4 синыфты тик яҡшы билдәләргә бөттө, киләсәктә инженер булырға теләй, "Лего" конструкторҙарҙан һәр төрлө автомобилдәр, күп ҡатлы өйҙәр төҙөргә ярата. Бәхтейәр 1 сыныфты уңышлы тамамланы, уға бик оҡшай мәктәптә, хатта дәрестән ҡайтыу менән өйгә эшен эшләргә тотона, ә ҡустылары Батырхан балалар баҡсаһында уртансылар төркөмөнә йөрөй, уға әле 4 йәш. Үҙебеҙҙең марка машиналарын бик ярата һәм бөтөн моделдәрен белә.» - ти Байсуриндар.