Яңылыҡтар
21 Июня 2021, 11:44

ТҮҢГӘҮЕРҘӘР ИЛЕ, ДАНЛЫҠЛЫ ИЛ, САЛ ТАРИХЫ АЛЫҪ ҺУҘЫЛҒАН

Ҡуңғырат!!! Аллаға шөкөр, 2021 йылдың 19 июнь көнө, күптән хыял иткән сарабыҙ- Түңгәүерҙәрҙең өсөнсө Йыйыны (съезд) үтте. Йыйын түңгәүерҙәрҙең боронғо ауылдары Ҡашҡар һәм Исҡужа араһында башланды. Сараға Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Хәйбулла райондарында йәшәгән түңгәүерҙәр йыйылды .Байрамға хатта Татарстан республикаһынан, Һамар өлкәһенән килеүселәр булды.#ҡоролтай #түңгәүер #хәйбулла #баймаҡ #әбйәлил #бөрйән #белорецк

Ҡуңғырат!!! Аллаға шөкөр, 2021 йылдың 19 июнь көнө, күптән хыял иткән сарабыҙ- Түңгәүерҙәрҙең өсөнсө Йыйыны (съезд) үтте. Йыйын түңгәүерҙәрҙең боронғо ауылдары Ҡашҡар һәм Исҡужа араһында башланды. Сараға Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Хәйбулла райондарында йәшәгән түңгәүерҙәр йыйылды .Байрамға хатта Татарстан республикаһынан, Һамар өлкәһенән килеүселәр булды.
Йыйын ошо ауылда тыуып үҫкән фронтовик шағир Әмир Моратовтың һүҙҙәренә композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфҡәт Шәрипов ижад иткән "Түңгәүер гимны" менән башланды.

ТҮҢГӘҮЕРҘӘР ИЛЕ, ДАНЛЫҠЛЫ ИЛ,
САЛ ТАРИХЫ АЛЫҪ ҺУҘЫЛҒАН.
БӨЙӨК ХАЛҠЫМ АҠТАМЫРҘАЙ ҮРСЕП,
УРАЛ ҠУЙЫНЫНА ҺЫЙЫНҒАН.

ҠУШЫМТА:
ҺАЙ ТҮҢГӘҮЕР, ТҮҢГӘҮЕР
КЕНДЕГЕМДЕ КИҪКӘН ЕР,
ҺУЛЫШ-ЙӘШӘҮ БИРГӘН ЕР,
МОҢЛО, ЗАТЛЫ ИТКӘН ЕР.

ҺИН ИМЕНЛЕК ИЛЕ, ГҮЗӘЛЛЕКТӘР ИЛЕ
ҺИНДӘ ЙӘШӘҮҘӘРЕ БЕР ДӘҮЕР.
БАШҠОРТОМДОҢ ЙӨҘӨК ҠАШЫ БУЛЫП
ЙӘШӘ ГӨРЛӘП, ЙӘШӘ, ТҮҢГӘҮЕР!

Хөрмәтле яҡташыбыҙ Хөрмәтулла Үтәшев "Бәйләнештә" төркөмөндәге сәхифәһендә Түнгәүер ырыуының өсөнсө йыйыны үтеүе тураһында бәйән итә.
--Йыйында Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының тарих комиссияһы рәйесе, Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин, Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе, "Артстудия "Проект" йәмғиәте директоры Гүзәл Яубаҫарова, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, "Йылайыр" яҡташтар ойошмаһы рәйесе Юнир Вәлиев һәм Түңгәүер ырыуының ҡор башы булараҡ мин дә ҡатнаштым.
Тәүҙә Ҡашҡар ауылына нигеҙ һалған Ҡашҡар Мамытовҡа стела асылды. Артабан Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Был сарала йырсының ҡыҙы - Гөлнара Бикбулатованың да ҡатнашыуы, атаһы тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашыуы байрамға йәм өҫтәне. Артабан ырыуҙаштар ағас ултыртыуҙа ҡатнашып, ауыл уртаһындағы аллеяны асты.
Яландағы ҙур сәхнәлә драматург, журналист Сәрүәр Сурина яҙған сценарий буйынса режиссер Сулпан Асҡарова ҡуйған "Минең ауылым тарихы" исемле бай тамаша күрһәтелде. Сибай филармонияһы һәм " Сулпан" балалар театры артистары башҡарҙы. Унда Ҡашҡарҙың данлы тарихы сәхнәләштерелде. Артистарҙың сығышын тамашасылар күҙ йәштәре аша күҙәтте.
Йыйындың пленар өлөшө ауылдың мәҙәниәт һәм ял йортонда дауам итте. Төрлө райондарҙан һәм ҡалаларҙан килгән 87 делегат ҡатнашты. Сарала ырыу тарихы, киләсәге хаҡында төрлө сығыштар булды, фекерҙәр яңғыраны. Ғалимдар: Фуат Сөләймәновтың, Илшат Бахшиевтың һәм доктор Әхтәр Ғайсиндың докладттары төплө, тарихи факттарға нигеҙләнгән ине. Эшҡыуар Ирек Мәҡсүтов үҙ сығышында нисек итеп үҙ халҡыңа файҙалы, кәрәкле булыу серҙәре менән уртаҡлашты. Түңәүерҙәр күпләп йәшәгән райондарҙан, ҡалаларҙан килгән делегаттар үҙ төбәктәрендәге түңгәүерҙәрҙең уңыштары, проблемалары хаҡынла һөйләне. Сара аҙағында Йыйындың резолюцияһы ҡабул ителде.
Сарала Түңгәүер ырыуының яңы Советы һайланды. Съезд делегаттары Ҡор башы булыу өсөн йәнә миңә ышаныс белдереп киләһе мөҙәткә һайланы.
Ҡашҡар ауылы эргәһендәге яланда һәр район, төбәк түңгәүерҙәре үҙ тирмәләрен ҡоролоп, төрлө күргәҙмәләр, сығыштар аша түңгәүерҙәрҙең йәшәйешен, көнитмешен сағылдырҙы. Сараны ойоштороуға ярҙам йөҙөнән тирмәләр тейәп, һәр райондан һайланған делегаттарҙы ойошҡан рәүештә Йыйынға ебәргән: Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Хәйбулла райондары башлыҡтарына ойоштороу комитеты исеменән рәхмәт еткерәбеҙ! Ә рәхмәттең иң ҙуры Йылайыр районы башлығы Мелкоедов Борис Николаевичҡа һәм ул етәкләгән хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә.

Оло рәхмәт БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Исмәғил ҡыҙына, Айгөл Хөсәин ҡыҙына, Ләйсән Флорит ҡыҙына һәм Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайына.
Әйткәндәй, киләһе йыл түңгәүерҙәр йыйыны Әбйәлил районында үтәсәк. Штандартты тантаналы шарттарҙа Әбйәлил түңгәүерҙәренә тапшырҙыҡ. Хуш, ТҮҢГӘҮЕР йыйыны - 2021! Һаумы, ТҮҢГӘҮЕР йыйыны - 2022!
Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас