Яңылыҡтар
21 Июнь 2021, 12:20

Прививка эшләт тә—10 000 һумлыҡ сертификат от!

Әгәр әлегә тиклем коронавирустан прививка эшләтмәгән булһағыҙ, тап мәле етте. “Прививка эшләт тә—сертификат от” акцияһы старт алды. Унда ҡатнашыусылар ун мең һумлыҡ биш сертификатҡа эйә була ала.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов “Бәйләнештә” төркөмөндәге үҙ сәхифәһендә бер юлы сәләмәтлекте лә һаҡлап, 10 мең һумлыҡ сертификат отоу мөмкинлеге булған акция башланыуы тураһында хәбәр итә.
Ундай ҡатнашыу тәртибе бик ябай:
  1. COVID-2019 һаҡланыу мкаҡсатында 21 июндән 18 июлгә тиклем беренсе компонент менән вакцинацияланырға кәрәк;
  2. Нумерациялы купонды һаҡларға;
  3. 19 июлдә тура эфирҙа үтәсәк акция һөҙөмтәләрен көтөргә.
  4. “Прививка эшләт тә –сертификат от!” акцияһы коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Ул 18 йәштән өлкәнерәк граждандар өсөн ғәмәлдә. Шулай ҙа төп бүләк –шәхсән сәләмәтлек һәм күнел тыныслығы булыуын онотмайыҡ.
    Автор:Марьям Имангулова
    Читайте нас