Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
20 Июнь 2021, 20:00
Иҫәнгилде ауылынан Хәләфетдиновтар ғаиләһе – “Минең ғаиләм” бәйгеһендә ҡатнаша!
Ҡыямитдин менән Сафия Хәләфетдиновтар 51 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, эре мал, ҡош-ҡорт менән бер рәттән бал ҡорттарын да тоталар. Баҡса тултырып йәшелсә, картуф үҫтереләр, ә ишек алды шау сәскәгә күмелә. Был татыу, уңған ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙҙары Гөлфиә бала саҡтан йыр-моңға тартыла. Гармунда уйнарға өйрәнә. Ә инде мәктәпте тамамлағас, бер ниндәй икеләнеүһеҙ сәнғәт юлын һайлай. Әлеге көндә район мәҙәниәт йортонда эшләй. Сафия апай үҙе мөнәжәтттәр һәм шиғырҙар ижад итеп төрлө конкурстарҙа ҡтнашып сәсәниә исеменә лайыҡ ағинәй. Ә улдары Фәнилдең ике улы ла ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа бик оҫта уйнайҙар. "Минең ғаиләм" конкурсында ҡатнашыусыларға тауыш биреү махсус приложение аша 1 июлгә тиклем дауам итә: https://vk.com/app7198399#poll60cf7392c2fae193197291c8
Ҡыямитдин менән Сафия Хәләфетдиновтар 51 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, эре мал, ҡош-ҡорт менән бер рәттән бал ҡорттарын да тоталар. Баҡса тултырып йәшелсә, картуф үҫтереләр, ә ишек алды шау сәскәгә күмелә. Был татыу, уңған ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙҙары Гөлфиә бала саҡтан йыр-моңға тартыла. Гармунда уйнарға өйрәнә. Ә инде мәктәпте тамамлағас, бер ниндәй икеләнеүһеҙ сәнғәт юлын һайлай. Әлеге көндә район мәҙәниәт йортонда эшләй. Сафия апай үҙе мөнәжәтттәр һәм шиғырҙар ижад итеп төрлө конкурстарҙа ҡтнашып сәсәниә исеменә лайыҡ ағинәй. Ә улдары Фәнилдең ике улы ла ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа бик оҫта уйнайҙар.
"Минең ғаиләм" конкурсында ҡатнашыусыларға тауыш биреү махсус приложение аша 1 июлгә тиклем дауам итә:
https://vk.com/app7198399#poll60cf7392c2fae193197291c8
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"