Проект сиктәрендә мәҙәниәт йорттары, театрҙары матди-техник базаһын нығыта, ремонт үткәрә ала ине, ә инде 2020 йылдан транспорт һатып алыу мөмкинлеге лә булдырылды.
Яңы микроавтобуста Хәйбулла район мәҙәниәт йорто артистары концерт программалары менән район ауылдарына сыға, ауыл биләмәләре мәҙәниәт учреждениеларына методик ярҙам күрһәтә ала. Машина район кимәлендә ҙур саралар үткәреү, ижади программалар, акциялар һәм күргәҙмәләр менән күрше өлкәләргә сығыу мөмкинлеге аса.
--Хәйбулла районы артистары йыр-моңға һәләте менән күптән билдәле. Район, республика, хатта Рәсәй кимәлендәге конкурс-сараларҙағы еңеүҙәр быны асыҡ дәлилләй. Шуға күрә район мәҙәниәт йортоноң заманса автобусҡа эйә булыуы хәйбуллаларға ғына түгел, ситтә йәшәгән тамашасыларға ла сағыу мәҙәни саралар бүләк итеү мөмкинлеген бирә. Ә «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекты ауыл клубтарын һәм мәҙәниәт йорттарын үҫтереүгә һәм уларҙың матди-техник базаһын яңыртыуға йүнәлтелгән, --тине район мәҙәниәт йорто директоры Ольга Шорохова.