ИА "Башинформ" мәғлүмәте буйынса, Кушнаренко районында 55 йәшлек водитель юл ситендә торған прицепты күрмәй барып төкөй. 10 йәшлек малай шунда уҡ йән бирә.
Тағы ла 11 йәшлеге тән йәрәхәттәре ала. Водитель дауаханаға эләгә. Тулыраҡ мәғлүмәт буйынса, ике хоккейсы малай тренерҙары менән бергә Саҡмағош районында күнекмәләр үтә. Өфөгә ҡайтып барғанда фажиғәғә юлығаларю.
Фажиғә урынында республика ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-һы мәғлүмәт хеҙмәте фотоһы