Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
20 Июнь 2021, 18:09
"Үлһә лә, үкенмәҫмен" тигәйнем дә...
- Пенсия килһә, миңә көн бөтә. “Аҡса бир”, “Үлеп барам”, “Ошо хәлдән сыҡһам, башҡаса эсмәйем...”, “Ант итеп әйтәм!" - был һүҙҙәрҙе күпме ишеттем икән!
“Беҙҙең ғаиләнең тормошо башҡаларҙыҡынан бер яғы менән дә айырылманы: йәшлек мөхәббәте менән ҡушылдыҡ, балалар үҫтерҙек, йорт һалып индек, эшләнек. Тормош иптәшем ҡаласараҡ шарттарҙа үҫкән егет ине, ауыр эшкә баштан уҡ барымы булманы. Йәшерәк саҡта ер ҡаҙыу, кәртә-ҡура тирәһен тәртиптә тотоу кеүек эштәрҙе емертеп үҙем башҡарҙым. Үҫә килә малайҙар ярҙамсыға әйләнде. Ирем ғүмер буйы водитель булды, күберәк түрәләрҙе йөрөттө.
Әлбиттә, иреш-талашһыҙ ҙа булмағандыр инде: ниндәй ҡатынға ир урынына ла, ҡатын урынына ла егелеп донъя көтөү оҡшаһын? Әммә, дөйөм алғанда, ирешһәк – ярашып, талашһаҡ – кире дуҫлашып ғүмер иттек. Тик... Йәшәй-йәшәй ирем насар ғәҙәткә өйрәнеп алды – эсә башланы. Был хәлгә шул түрәләр менән бергә йөрөү ҙә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр инде. Һуңғы йылдарҙа был ғәҙәте бигерәк аҙып, тәүҙә – аҙналарға, аҙаҡ айға тиклем һуҙыла башланы. Холҡо ла үҙгәрҙе, былай ҙа эшкә барымһыҙ кеше өйҙә бөтөнләй ярҙам итмәй башланы.
Икебеҙ ҙә хаҡлы ялға сыҡтыҡ. Тик хәл үҙгәрмәне: пенсия килһә, миңә көн бөтә. “Аҡса бир”, “Үлеп барам”, “Ошо хәлдән сыҡһам, башҡаса эсмәйем...”, “Ант итеп әйтәм" һ.б., һ.б... Күпме ишеттем икән был һүҙҙәрҙе үҙ ғүмеремдә!
Йәнем көйөп, эскән сағында төрлө әмәлдәр ҡылып ҡараным. Өшкөртөлгән тоҙ, мәрйәләрҙән эшләтеп алған үләндәр, йәшереп ашына бутап биргән төнәтмәләр. Дауаханаларға, табиптарға түләүле дауаланыуға йөрөтөүҙәр... Береһенең дә файҙаһы ла, шифаһы ла теймәне.
Көндәрҙән бер көндө ирем эскән килеш ултырып ҡына йән бирҙе. Инфаркт, тинеләр. Уға 63 йәш ине.
Элек эскән саҡтарында “үлһә лә, үкенмәҫмен” тип уйлай торғайным. Үкендерә икән... Иламаған көнөм юҡ хәҙер.
(Өфө районынан 62 йәшлек Мәҙинә апайҙың һөйләгәндәренән яҙылды).
Фото: fotokto.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/l--l--kenm-men-tig-ynem-d-833253/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"