Яңылыҡтар
20 Июнь 2021, 03:16

Иҡтисадҡа төп хәүеф ҡайҙан янай?

Андрей Назаров: "Шунһыҙ тетрәнеүҙәрҙән ҡурҡып йәшәйәсәкбеҙ, иҡтисадты юҡҡа сығарғансы..."

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эре сәнәғәт предприятие етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе, унда һүҙ коронавирус инфекцияһы хәүефе тураһында барҙы. Был сарала һөйләшелгәндәр хаҡында ул социаль селтәрҙә яҙҙы.
"Инфекция көс йыя, унан ҡотолоу мөмкин тип көтөү хәүефлегә әйләнә бара. Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә күпселек предприятиеларҙа, ойошмаларҙа сикләүҙәр индерелде. Иртәме-һуңмы был тулҡын беҙгә килеп етәсәк. Уның йыға һуҡҡанын теләмәһәк, прививка эшләтергә кәрәк. Кәңәшмәлә ошо хаҡта һөйләштек.
Республиканың урта һәм эре предприятиеларында вакцина эшләтеү күрһәткесе 20 процент тәшкил итә. Был ғына етмәй. Коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн кешеләрҙең 60 процентының прививка яһатыуы талап ителә. Етәкселәр быны аңлай. Эш урындарында вакцинация уҙғарырға килештек. Үҙебеҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәрен унда ебәреп, эштән айырмайынса ойошторасаҡбыҙ.
Көсләп ҡушырға теләмәйбеҙ, әммә өгөтләйәсәкбеҙ. Әйткәндәй, граждандар үҙҙәре теләгән вакцинаны һайлап алыу мөмкинлегенә эйә. Әлеге ваҡытта республикала уның өс төрө бар: “Спутник V”, “ЭпиВакКорона” һәм “КовиВак”. Уларҙың бөтәһе лә беҙҙең илдә асыҡланған Британия, Көньяҡ Африка һәм башҡа штаммдарҙан һаҡлай. Прививканы коронавирус менән ауырығандар ҙа эшләтә ала.
Дәүләт структураларында ла әле әүҙем вакцинация бара. Башлыҡ 23 июлгә тиклем хеҙмәткәрҙәрҙең 60 процентына прививка эшләтеү бурысын ҡуйҙы.
Был турала һөйләнем инде: ярты йыл элек – үткән көҙ прививка эшләттем. Үҙемде яҡшы тоям, шуға ла хәҙер, шәхси тәжрибәмә таянып, кешеләрҙе өгөтләй алам. Прививка эшләтеүҙең бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ, ә файҙаһы – бер вагон. Беҙ ошо рәүешле генә илдәге тормошто яйға һала аласаҡбыҙ. Шунһыҙ тетрәнеүҙәрҙән ҡурҡып йәшәйәсәкбеҙ, иҡтисадты юҡҡа сығарғансы. Был хәлгә еткерергә ярамай. Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ!" – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Андрей Назаров.
Фото А. Назаровтың социаль селтәрҙәге диуарынан.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/I-tisad-a-t-p-h-ef-ay-an-yanay-832929/
Читайте нас