Магазин кәштәләрендә ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә йәнә хаҡтың бермә-бер артыуы күҙәтелә. Башлыса йәшелсә-емеш, тауыҡ ите, колбаса, ондан бешерелгән кондитер ризыҡтар ҡыйбатланған.
Йыл башынан аҙыҡ-түлектең ҡиммәтләнеүе 7,84 процентҡа еткән. Мәҫәлән, картуфҡа хаҡ 22 процентҡа күтәрелеп, хәҙер 60 һумға яҡын тора. Кишерҙеке 77 һумдан 90-ға тиклем еткән. Шулай уҡ балалар өсөн консерваланған ризыҡтар, кәнфиттәр ҡиммәтләнгән, тип белдерә Башстат.
Милли банктың төбәк бүлексәһендә был хәлде йәшелсәләрҙең былтырғы запасы бөтөүе, ә яңы уңыштың сит илдәрҙән юғары хаҡҡа килтерелеүенә бәйләйҙәр.
Шулай уҡ тауыҡ итенең дә былтыр етештереү базаһы түбән булған. Ҡош-ҡорт аҙығының, бойҙайҙың ҡиммәтләнеүе лә хаҡтарға ныҡ тәьҫир иткән, тип белдерәләр ведомствола.