Хәйбулла хәбәрҙәре
+29 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
20 Июнь 2021, 16:34
11 йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө...
Бөгөн иртән республика районынан бик ауыр хәбәр килде...
Кушнаренко районында - фажиғә. Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәскәү - Өфө юлының 1299-сы километрында “Форд” еңел автомобиле менән Scania йөк машинаһы бәрелешкән.
Юл полицияһы мәғлүмәттәре буйынса, аварияла 11 йәшлек баланың ғүмере өҙөлгән. Республиканың Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, еңел автомобилдең 55 йәшлек водителе Шәрип ауылынан йыраҡ түгел урында юл ситенә сыҡҡан һәм йөк машинаһының ярымтағылмаһына барып һуғылған. 2010 йылғы малай һәләк булған. Ә уның йәштәше һәм водитель ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.
Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара, фажиғә урынында белгестәр эшләй.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын боҙмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: “Башинформ”.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/11-y-shlek-balani--mere--ld-833190/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"