Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
19 Июнь 2021, 08:27
Ялған документтар өсөн яуаплылыҡҡа тарттырасаҡтар
Һуңғы тәүлектә коронавирус менән ауырығандар 107-гә артҡан, өс кеше үлгән... Бөгөнгө брифингта ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?
Бөгөн иртәнсәк Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа республикала коронавирус хәүефенә бәйле тема буйынса брифинг үтте. Уны Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская алып барҙы.
Брифингта шулай уҡ республика Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы урынбаҫары Рөстәм Хәйҙәров, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова ҡатнашты.
Тури эфирҙа барған тапшырыуҙа халыҡҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындарған һорауҙарҙы биреп, шунда уҡ яуап алыу мөмкинлеге булды. Әлбиттә, һорауҙар күп яңғыраны. Белгестәр белдереүенсә, коронавирустан вакцина яһатыуға бәйле ялған документтар күрһәткән граждандар енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ. Шулай уҡ брифингта яңы сикләүҙәрҙең магазиндарға, вокзалдарға, саф һауала уҙғарылған сараларға ҡағылмауы тураһында ла һөйләне.
Бөгөн 11.00 сәғәткә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, республикала 39372 кеше коронавирус менән ауырый. Сирлеләр бер тәүлектә 107-гә артты, тип белдерҙе оператив штаб.
Үлгәндәр һаны тағы ла өсәүгә күбәйеп, хәҙер был исемлектә - 559 кеше. 37916 ауырыу һауыҡҡан, шул иҫәптән һуңғы тәүлектә – 148.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ковидҡа ҡаршы юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Хәл киҫкенләшеүгә бәйле, тыйыуҙар, сикләүҙәр бар. Указда күрһәтелгән саралар, республика халҡы әҙерләнеп өлгөрһөн өсөн, 22 һәм 29 июнгә ҡалдырылған.
Фото: скриншот.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Yal-an-dokumenttar-s-n-yauaplili-a-tarttirasa-tar-832579/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"