Яңылыҡтар
19 Июнь 2021, 09:09

Баймаҡ районында – ҡот осҡос авария

Төн уртаһында машина юл ситендә түңкәрелеп, электр бағанаһына төкөгән. Һөҙөмтәлә ике ир...

2021 йылдың 18 июнендә республика юлдарында 9 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙы 1 кеше һәләк булған, тағы 11-е төрлө йәрәхәттәр алған.
Төндә Баймаҡ-Түбә юлының 1-се километрында 35 йәшлек водитель "Mitsubishi Lancer" машинаһы менән Баймаҡтан Мерәҫ ауылына юлланғанда фажиғәғә тарыған. Күҙаллауҙар буйынса ул рул менән идара итә алмай юлдың ситенә төшөп түңкәрелгән һәм электр бағанаһына төкөгән. Һөҙөмтәлә воитель һәм уның 35 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Әле ваҡиға буйынса тикшеренеү эштәре бара.
фото:ЮХХДИ
Читайте нас