Яңылыҡтар
19 Июнь 2021, 17:58

Бәйгегә башҡорт аты ебәрә алмайҙар...

"Йылҡы аҫраған күптәр малды иткә оҙата, тоҡомдо һаҡлау, спорт аттары әҙерләү, ҡымыҙ етештереү тураһында уйлап та бирмәй..."

“Аҡбуҙат” ипподромында башҡорт тоҡомло йылҡы малын Бөтә Союз реестрында теркәүҙең 30 йыллығына, республикала бер нисә йыл рәттән үткәрелеп килгән “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирына, шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Башҡорт тоҡомло атты һаҡлау көнө тураһында” ҡарарын тормошҡа ашырыуға арналған матбуғат конференцияһы булды.
Унда ипподром директоры урынбаҫары Руслан Насиров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов һәм тоҡомсолоҡ буйынса белгестәр башҡорт атын һаҡлау маҡсатындағы эштәр, йылҡысылыҡты үҫтереү йәһәтенән дәүләт тарафынан күрелгән ярҙам саралары хаҡында һөйләне.
Башҡортостанда йылҡы малы ХХ быуат башына тиклем бер миллион баштан ашыу иҫәпләнгән, хәҙер иһә 120 мең тирәһе генә. Әлбиттә, техник үҫеш шарттарында атҡа ихтыяждың кәмеүе тәбиғи тиергә мөмкин, әммә спорт ярыштары, һыбай туризм, иппотерапия, ит, ҡаҙы һәм ҡымыҙ хаҡында ла оноторға ярамай. Нисек кенә булмаһын, тормошто атһыҙ күҙ алдына баҫтырыуы ҡыйын. Башҡорт аты иһә – беҙҙең өсөн милли байлыҡ, төп брендтарҙың береһе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылҡы аҫрау менән шөғөлләнгән күп фермерҙар малды иткә оҙатыуға өҫтөнлөк бирә, тоҡомдо һаҡлау, спорт аттары әҙерләү, ҡымыҙ етештереү тураһында уйлап та бирмәй, тиелде осрашыуҙа. Мәҫәлән, “Терра Башҡортостан”да ҡатнашыу өсөн ҡайһылыр райондар бер бөртөк башҡорт аты ла ебәрә алмай икән. Ситтән ҡунаҡтар килеп төшһә, һыйларға ҡымыҙ табыуы ла ауыр. “Үҙ тәжрибәмдән сығып әйтәм: төрлө урындан һатып алынған ун ҡымыҙҙың туғыҙы эшкинмәй”, – тине Руслан Насиров.
Республика етәкселеге башҡорт аты аҫраусыларға, ҡымыҙ етештереүселәргә субсидиялар бирә, шуға ҡарамаҫтан, һөҙөмтә ҡәнәғәтләнерлек түгел икән. “Терра Башҡортостан” турнирындағы бүләктәр фондының арттырылыуы, Башҡортостан Башлығының ҡарарына ярашлы Башҡорт тоҡомло атты һаҡлау көнө булдырылыуы был эшкә иғтибарҙы көсәйтеү зарурлығын күрһәтә лә инде.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Автор: Даян Мазитов
Читайте нас