Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Облачно
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
19 Июня 2021, 08:21
Аттарға һөйгәненең исемен тамға итеп һуғып...
Баймаҡта кеше аттарын үҙенеке итергә йыйынған мөхәббәтле уғрыны тотҡандар. Асыҡланыуынса...
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ районында ике атты урлаған кешене тотҡан.
Ағымдағы йылдың майында полицияға 49 йәшлек Аҡтау ауылы кешеһе мөрәжәғәт иткән. Әйтеүенсә, уның ике аты әйләнеп ҡайтмаған. Ауыл кешеһе өсөн бының ни тиклем ҙур юғалтыу икәнлеген аңлатып тораһы түгел.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре уғрының эҙенә төшкән. Ул ошо райондан 38 йәшлек кеше булып сыҡҡан. Ирҙе полиция бүлегенә килтергәс, ул түбәндәгеләрҙе һөйләп биргән. Май айында уның өйөрөнә ике сит йылҡы малы килеп ҡушылған. Ир шунда уҡ уларҙың тамғаһы юҡлығын күргән. Оҙаҡ уйлап тормайынса, малды үҙләштерергә ниәтләгән һәм, өйөрөндәге аттарҙағы кеүек, ике сит малға ҡатынының исем-шәрифе инициалдарынан торған тамға һуғып та ҡуйған. Тик полицейскийҙар был ҡырын эште тиҙ асыҡлаған.
Әлеге ваҡытта уғры ҡатынының исеме һуғылған аттар хужаһына ҡайтарылған, ул полиция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен еткергән.
Бур иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Attar-a--yg-nene-isemen-tam-a-itep-u-ip-832134/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"