Яңылыҡтар
18 Июня 2021, 09:47

Таналыҡҡай буйы йәмләнеп ҡалды

Хәйбуллалар “Рәсәй һыуы” акцияһына ҡушылды.

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө алдынан район халҡы “Рәсәй һыуы” акцияһына ҡушылды.
Ошо сара нигеҙендә И. Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынынң Сибай территориаль комитеты экологы Азамат Торопҡолов менән берлектә Аҡъяр ауылы эргәһендәге Таналыҡ йылғаһы буйын тәртипкә килтерҙе, сүп-сарҙан таҙартты.
Мәғлүм булыуынса, “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектының бер өлөшөн тәшкил итә. Был акцияға теләге булған һәр кеше ҡушыла ала – ойоштороусы сифатында ла, үҙҙәренең төбәгендә йылға, күлдәрҙе таҙартыу буйынса сараларҙа ҡатнашыусылар сифатында ла.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/112050
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас