Яңылыҡтар
18 Июнь 2021, 10:54

Әсәне лә, баланы ла йәлләмәгәндәр...

Ирен көнләшкән ҡатын уның һөйәркәһенең ғүмерен ҡыйыу эшенә апаһын һәм әхирәтен дә ылыҡтырған.

Өс ҡатын... бер ханымды һәм уның бәләкәс балаһының ғүмерен ҡыйырға ниәтләгән. Ниһайәт, был башҡа һыймаҫлыҡ хәлгә Башҡортостандың Юғары суды нөктә ҡуйҙы: ҡатынды үлтерергә ниәтләгән әхирәттәр 8 йылдан 9 йылғаса тимер рәшәткә артына оҙатылды.
Ә хәл былай булған. Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо өс әхирәттең береһе иренең Салауат ҡалаһында йәшәгән 45 йәшлек ҡатын менән ғишыҡ уйыны уйнағанын, мөнәсәбәттәр ҡорғанын асыҡлаған.
Был хәл тураһында апаһына һөйләгән. Нимә эшләргә тип уйлай торғас, был апалы-һеңлеле икәү 2018 йылдың авгусында... һөйәркәне үлтерергә ниәтләгән. Көнләшеү аңдарын тамам томалаған: улар ҡатын менән бергә балаһының да ғүмерен ҡыйырға булған.
Киллер эҙләргә иһә... өсөнсө әшнәләренә әйткәндәр. Был ҡатын иһә оҙаҡ уйлап тормаған, 30 мең һумға үҙенең улын тәҡдим иткән. Эш башҡарылған сүрәттә, заказ үтәүсегә 220 мең һум вәғәҙәләгәндәр.
Әммә ир был эшкә барыуҙан баш тартҡан һәм өс ҡатындың ниәте хаҡында полицияға хәбәр иткән.
Ҡала суды енәйәт эше буйынса һәр ҡатынға 8-9 йыл дөйөм режимлы колонияла ябыуға хөкөм итеү хаҡында ҡарар сығарған. Енәйәтселәр бының менән килешмәйенсә, Юғары судҡа мөрәжәғәт иткән, әммә был инстанция ҡарарҙы үҙгәрешһеҙ ҡалдырған.
Фото: infolyubertsy.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас