Яңылыҡтар
18 Июнь 2021, 09:57

Картуф бирмәгәс, үс алған...

Хәҙер ирҙәрҙең береһе дауаханала, икенсеһе һаҡ аҫтына алынған.

Бүздәк районы полицияһына дауахананан 50 йәшлек яраланған ирҙе килтереүҙәре хаҡында хәбәр иткәндәр. Табиптарҙың әйтеүенсә, уның ҡорһағына бысаҡ менән сәнскәндәр.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре енәйәттә ғәйепләнеүсене тотҡан. Уныһы йәрәхәт алған ирҙең 57 йәшлек күршеһе булып сыҡҡан.
Тикшеренеүҙәрҙән асыҡланыуынса, бер аҙ “ҡырын тейәгән” ир күршеһенә йомошҡа килә. Әмәлгә ҡалғандай, уныһы ла иҫерек була. Ҡунаҡ унан үтескә картуф һәм тәмәке биреүен һорай, тик тегенеһенә был оҡшамай, тупаҫ яуап ҡайтара.
Күршеһе ҡаты үпкәләп, кухнянан бысаҡ алып сыға һәм ауылдашына сәнсә. Хәҙер ирҙәрҙең береһе дауаханала, икенсеһе һаҡ аҫтына алынған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре.
Фото:zozy.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас