Яңылыҡтар
18 Июнь 2021, 09:49

Иғтибар! Указға үҙгәрештәр индерелде

Радий Хәбиров, коронавирус таралыу хәүефенә бәйле, юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, коронавирус таралыу хәүефенә бәйле, юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, быйыл 2 июлгә тиклем Башҡортостан халҡына, шулай уҡ республикалағы сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә халыҡ күпләп йыйылған урындарға, шул иҫәптән майҙандарға, парктарға, скверҙарға, аллеяларға барыуҙан тыйылып торорға кәрәк.
Түбәндәге документтар булған осраҡта ғына ойошмаларҙа һәм учреждениеларҙа тауар һатып алырға, хеҙмәттәрҙән файҙаланырға мөмкин (был бәлиғ булмағандарға ҡағылмай):
– Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталын файҙаланып алынған ковидҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһындағы сертификат;
– медицина ойошмаһынан ковидҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһындағы белешмә ҡағыҙы, шул иҫәптән вакцинаның тәүге компоненты менән;
– ковидҡа ҡаршы вакцина яһатырға ярамау тураһында медицина ойошмаһынан белешмә ҡағыҙы;
– ПЦР алымы менән ковидҡа ҡаршы лаборатор тикшерелеүҙә кире һөҙөмтә булыуы тураһындағы белешмә ҡағыҙы (бирелгән көндән өс тәүлек ғәмәлдә ҡала).
22 июндән ошондай талап биналарҙағы музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, театрҙар, кинотеатрҙар, концерт залдары, мәҙәниәт йорттары (һарайҙары), төнгө клубтар (дискотекалар) эшмәкәрлегенә, шулай уҡ ябыҡ бинала күмәк физкультура һәм спорт саралары үткәреүгә ҡағыла.
29 июндән был талап йәмәғәт туҡланыуы өлкәһенә, матурлыҡ салондары, косметика, СПА-, массаж салондары, солярийҙар, мунсалар, сауналар, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, фитнес клубтары, бассейндар, шифахана-курорт ойошмалары, студент дөйөм ятаҡтары эшенә, дөйөм файҙаланыуҙағы автотранспортта ҡала араһында пассажирҙар ташыуға, “Орлан” ҡала яны поезы эшенә тарала.
Ойошмалар һәм эшҡыуарҙар йәмәғәт транспортында, таксиҙа, шулай уҡ халыҡ күпләп йыйылған башҡа урындарҙа 25 июлгә тиклем ғәмәлдәге дезинфекциялау тәртибен көсәйтергә тейеш.
Вузға, колледждарға инеү өсөн документтар ҡабул итеү, уҡырға инеү имтихандары, апелляцияларҙы ҡарау арауыҡта үткәрелә. 18 йәшкә тиклемгеләр, шулай уҡ вакцина яһатыу, вакцинацияның ярамауы йәки ПЦР алымы менән ковидҡа ҡаршы лаборатор тикшерелеүҙә кире һөҙөмтә тураһында белешмә ҡағыҙы (сертификаты) булғандар был ғәмәлдәрҙе туранан-тура башҡара ала.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142862.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас