Түңгәүер - боронғо ырыуҙарҙың береһе, Ялан (көньяҡ) менән Урман (төньяҡ) тигән үҙаллы ике аймаҡтан тора.
XIII быуатта улар Ҡармасан һәм Сәрмәсән йылғалары буйында, һуңынан Ағиҙел йылғаһының урта ағымы һәм Нөгөш йылғаһы үҙәнендә төпләнә. XIV-XVI быуаттарҙа ырыуҙың бер өлөшө Һаҡмар һәм Урал йылғалары яғына, икенсеһе - Ағиҙелдең үрге өлөшөнә күсенә. XVI быуат аҙағында - XVIII быуат башында түңгәүерҙәрҙең ҡайһы берҙәре Туҡ, Оло Уран, Кесе Уран йылғалары , Оло Ырғыҙ һәм уның ҡушылдыҡтары - Ҡаралыҡ, Кәмәлек буйҙарына күсеп китә. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ырыуҙың аҫаба ерҙәре Нуғай даруғаһының Түңгәүер улусын тәшкил итә. XVIII-XIX быуат аҙаҡтарында түңгәүерҙәрҙең ерҙәре Үрге Урал, Ырымбур һәм Орск өйәҙҙәренә инә.
Әлеге ваҡытта түңгәүерҙәр Башҡортостандың Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Белорет, Бөрйән, Күгәрсен, Әбйәлил райондарында йәшәй. Шулай уҡ Ыҡ Түңгәүерҙәре республиканың төньяҡ-көнбайышында, Һамар өлкәһенең Оло Глушица һәм Оло Чернигов райондарында, Һарытау өлкәһенең Пугачев районында (Ҡаралыҡ Түңгәүерҙәр) бар.