Яңылыҡтар
17 Июнь 2021, 06:53

Закирйән Йәнғолов яңы электр двигателе уйлап тапҡан

-

Һәүәҫкәр электромеханик ҡоролма схемаһын 1980 йылда уҡ һыҙып ҡуя. Шул мәлдән механизмды йыйыу менән мауыға. Аҡъяр Кулибины ҡоролмалар менән эш иткәндә белгестәр менән кәңәшләшеп, двигателде йыл һайын камиллаштыра. Ул төҙөгән механизм бушлай электрҙы өс тапҡырға күберәк бүлеп сығара. Һөҙөмтәлә энергия халыҡҡа күпкә арзаныраҡҡа төшә.
Электр двигателенән тыш, оҫта төрлө һыу һурҙырғыс, тимер ҡырҡҡыстар ҙа эшләй. Әле Аҡъяр Кулибины техникаһына патент алырға теләй. Матди мөмкинлектәр сикле булыу сәбәпле, бағыусы ярҙамына ла иҫәп тота.
Автор:Флорида Ким
Читайте нас