Яңылыҡтар
17 Июнь 2021, 09:09

Юлды бүлешә алмағандар...

Юлда ҡапма-ҡаршы килгән еңел машина һәм йөк автомобиле бәрелешә. Һөҙөмтәлә...

Бөгөн 17 июндә Ишембай районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Авария төшкә ҡарай Әрметрәхим-Түбәнге Әрмет автомобиль юлының 2-се километрында була.
ВАЗ-2114 еңел автомобиле менән ҡаршыға килгән КамАЗ йөк машинаһы төкөшә. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе тиҙ ярҙам машинаһы килгәнгә тиклем вафат була. Ваҡиға урынында эсктренлы хеҙмәттәр эшләй. Әле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
фото: ЮХХДИ
Читайте нас