Яңылыҡтар
17 Июнь 2021, 17:17

Һыу хатаны ғәфү итмәй!

Йәй мәле етеү менән халыҡ кинәнеп һыу инер өсөн йылға-күлдәргә ашыға. Ләкин ошо онотолмаҫ мәлдәрҙе хәүефһеҙлек ҡағиҙәлә­рен боҙ­май ғына матур итеп үткәрһәк ине. Ҡайһы бер осраҡта эҫе көндәр кешене һыу сығанаҡ­тарының хәүеф­ле булыуы хаҡын­да онотор­ға мәжбүр итә.Ошо уңайҙан Йәнтеш мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре балаларҙы Һыу инеү ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Улар өсөн Һаҡмар йылғаһында волейбол уйыны һәм йөҙөүселәр ярышы уҙғарылды. Ә яр буйында футбол уйнанылар. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү - һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы оло бәлә-ҡазанан һаҡлар.

Йәй мәле етеү менән халыҡ кинәнеп һыу инер өсөн йылға-күлдәргә ашыға. Ләкин ошо онотолмаҫ мәлдәрҙе хәүефһеҙлек ҡағиҙәлә­рен боҙ­май ғына матур итеп үткәрһәк ине. Ҡайһы бер осраҡта эҫе көндәр кешене һыу сығанаҡ­тарының хәүеф­ле булыуы хаҡын­да онотор­ға мәжбүр итә.
Ошо уңайҙан Йәнтеш мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре балаларҙы Һыу инеү ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Улар өсөн Һаҡмар йылғаһында волейбол уйыны һәм йөҙөүселәр ярышы уҙғарылды. Ә яр буйында футбол уйнанылар. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү - һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы оло бәлә-ҡазанан һаҡлар.
Йәнтеш мәҙәниәт йорто
Читайте нас