Яңылыҡтар
17 Июнь 2021, 11:09

Республикала коронавирус инфекцияһынан йәнә бер арҙаҡлы милләттәшебеҙ вафат булды

-

Башҡортостан сираттағы ҙур юғалтыу кисерҙе: ҡотҡарыу хеҙмәте ветераны, Рәсәйҙең Башҡортостандағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы етәксеһенең элекке беренсе урынбаҫары, запастағы полковник, Башҡорт кооператив институты ректоры, тарих фәндәре кандидаты Фәнил Фәрит улы Мәзитов коронавирус инфекцияһынан мәрхүм.
Фәнил Фәрит улын һуңғы юлға оҙатырға ғаиләһенән, яҡындарынан, дуҫтарынан, хеҙмәттәштәренән тыш, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идараһы начальнигы Марат Латипов, запастағы генерал-майор, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының элекке беренсе урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, Рәсәй кооператив университеты ректоры Алһыу Нәбиева һәм башҡалар килде.
“Арабыҙҙан һоҡланғыс кеше, оҫта етәксе, Чернобыль АЭС-ындағы фажиғә ликвидаторы китте. Фәнил Фәрит улы Кострома юғары хәрби команда училищеһы курсантынан алып Рәсәйҙең Башҡортостандағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы етәксеһенең элекке беренсе урынбаҫарына тиклем юл үтте, был хеҙмәтенә 28 йыл ғүмерен арнаны. Башҡа өлкәлә эшмәкәрлеген дауам итһә лә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, хеҙмәттәштәре менән бәйләнешен өҙмәне, һәр ваҡытта ла ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер торҙо. Беҙҙең хәтерҙә һәм йөрәктәрҙә Фәнил Фәрит улы гражданлыҡ оборонаһы бүлектәренә, Рәсәйҙең Башҡортостандағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше булараҡ ҡалыр. Уның хәрби хеҙмәте, бар эшмәкәрлеге республика, ил хаҡына ине”, - тине Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идараһы начальнигы Марат Латыпов.
Фәнил Мәзитов 1964 йылдың 19 ғинуарында Күгәрсен ауылының Сәйетҡол ауылында тыуа. Кострома химик һаҡлау юғары хәрби команда училищеһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай; 1981-1982 йылдарҙа Бекеш совхозында тракторист булып эшләй, 1982-1991 йылдарҙа хәрби хеҙмәт үтәй, 1991-1997 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Гражданлыҡ оборонаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең радиация, химик һаҡлау штабы начальнигы, 1997-2000 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының гражданлыҡ оборонаһы начальнигы урынбаҫары булып эшләй, 2000 йылда Рәсәйҙең Башҡортостандағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы етәксеһенең элекке беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2010 йылдан – Башҡорт кооператив институты ректоры. Чернобыль АЭС-ы фажиғәһе эҙемтәләре менән көрәшеүҙә ҡатнаша.
Фәнил Мәзитовты һуңғы юлға оҙатырға йыйылғандарҙың барыһы ла уның тәү сиратта кешелекле, кеселекле, изге йөрәкле булыуын билдәләй.
Автор фотоһы
Автор: Айгөл Йәмилева.
Читайте нас