Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
17 Июнь 2021, 14:40
Прокурорҙың үҙен хөкөм иткәндәр
Суд уның бәлиғ булмаған балалары, оло йәштәге әсәһе барлығын, үҙенең, яҡын туғандарының һаулығын иҫәпкә алып...
Стәрлетамаҡ ҡала суды урындағы элекке прокурорға ҡарата асылған енәйәт эшен ҡараны. Ул айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуҙа ғәйепләнә. Башҡортостан Республикаһы судтарының берләштерелгән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, элекке прокурор Стәрлетамаҡ муниципаль берәмегенә ҡараған фатирҙы үҙләштергән.
“2010 йылда ғәйепләнеүсе ҡала хакимиәте менән прокурор вазифаһында эшләгән ваҡытҡа хеҙмәт торлағын социаль яллау тураһында килешеү төҙөгән. Уны алғанға тиклем шәхси фатиры булған, уны 2011 йылда һатып, күрәләтә үҙ торлаҡ шарттарын насарайтҡан. Быны йәшереп, хакимиәттәге вазифалы кешеләрҙе яңылыштырып, прокурор фатирҙы социаль яллау тураһында килешеү төҙөүгә ғариза яҙа”, – тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Йәғни торлаҡҡа мохтажлыҡ кисермәһә лә, законһыҙ рәүештә өс бүлмәле фатирҙы социаль яллау хоҡуғын ала.
Элекке прокурор ғәйебен танымаған. Суд уның бәлиғ булмаған балалары, оло йәштәге әсәһе барлығын, үҙенең һәм яҡын туғандарының һаулығын иҫәпкә алып, язаны йомшартҡан.
Шулай итеп, суд уны Рәсәй Енәйәт кодексының 158-се статьяһындағы 4-се өлөштә ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип таный һәм һынау ваҡыты менән шартлы рәүештә дүрт йылға хөкөм итә. Яза законлы көсөнә инмәгән.
Фото:
advokatmirny.ru
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Prokuror-i--en-h-k-m-itk-nd-r-827932/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"