Яңылыҡтар
17 Июнь 2021, 10:59

Пенсия фондында армияла ашығыс хеҙмәт итеүҙең пенсияла нисек сағылыш табасағын аңлаттылар

-

Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә ашығыс хеҙмәт осоро хеҙмәт стажы булып иҫәпләнә. «Армияла хеҙмәт иткән ваҡыт стажға иҫәпләнә, уның өсөн пенсия коэффициенттары бирелә: һәр йылға 1,8 пенсия коэффициенты», — тип хәбәр итте РИА Новости Рәсәй Пенсия фондының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.
Пенсия коэффициенттары кешегә рәсми рәүештә эшкә урынлашҡан ваҡытта иҫәпләнә, уларҙың һаны страховка взностары суммаһына һәм стажға бәйле.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас