Яңылыҡтар
17 Июнь 2021, 06:27

Автомобиль өҫтөнә бағана ауған

Һөҙөмтәлә 56 йәшлек водитель ҡатын...

Кисә 16 июндә республика юлдарында 11 автомобиль авариялары теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған һәм 13 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Бөрө районында Үрге Ласынтау – Яңы Байыш юлының 4-се километрында "Renault Duster" автомобиле менән идара иткән Өфө ҡалаһынан 56 йәшлек ҡатын юл ситенә төшөп, электр бағанаһына төкөй. Һөҙөмтәлә бағана автомобиль өҫтөнә ҡолай. Авария арҡаһында медицина ярҙамы килгәнгә тиклем водитель һәләк була. Хәлдең сәбәптәрен асыҡлау буйынса эш алып барыла.
Фото:ЮХХДИ
Читайте нас