Яңылыҡтар
17 Июнь 2021, 18:23

Һауыт-һабаң таҙамы?

Аш-һыу приборҙары ялтырап торһон тиһәгеҙ, сей картуф менән...

* Аш-һыу приборҙары ялтырап торһон тиһәгеҙ, сей картуф менән таҙартығыҙ.

* Фарфор һауыт-һаба яңырып китһен өсөн һыуға аҙ ғына нашатыр спирты өҫтәгеҙ.

* Гәлсәр һауыттарҙы эҫе һыуҙа йыумағыҙ – тоноҡланыуы ихтимал.

* Йылы һыуға аҙ ғына уксус йәки аш тоҙо өҫтәһәгеҙ, быяла һауыт-һаба таҙараҡ, үтә күренмәле буласаҡ.

* Кәстрүлегеҙҙе утта оҙаҡ тотоп яндырғанһығыҙ икән, борсолмағыҙ: бер ҡалаҡ сода өҫтәлгән ҡайнар һыу һалып, бер аҙға ситкә ҡуйып тороғоҙ һәм оҙаҡ ҡайнатығыҙ.

* Табаны ялтыратҡансы таҙартырға теләһәгеҙ, унда 200 миллилитр уксус һәм шунса һыу ҡайнатып, аҙаҡ аш содаһы өҫтәгеҙ. Реакция бөткәндән һуң, һыуҙы түгеп, табаны яҡшылап һөртөгөҙ һәм сайҡатығыҙ.

* Сәйнүккә ултырған ҡомаҡты таҙартыу өсөн 1:2 нисбәтендә уксус һәм һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуйығыҙ. Сәйнүктең моронон ҡапларға онотмағыҙ. Аҙаҡ яҡшы итеп йыуығыҙ.

* Бысаҡ һәм ҡайсыларҙы ярты сәғәткә тоҙло һыуға һалып торһағыҙ, үткерләүе еңел булыр.
Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/auyt-aba-ta-amy/
Читайте нас