Яңылыҡтар
16 Июнь 2021, 15:08

Йәнә вакцинация хаҡында. Һорауҙарға яуаптар

Вакциналар кешенең репродуктив һәләтенә йоғонто яһаймы? Прививканан һуң сирләп китеү мөмкинме? Ниндәй вакцинаны яһатыу ҡулайлыраҡ?

- Миңә ниндәй вакцинаны яһатыу ҡулайлыраҡ булыр?
- Бөтә Рәсәй вакциналары ла хәүефһеҙ һәм тәьҫирле. Ниндәй вакцина бар, икеләнеп тормайынса шуны яһатығыҙ. Әгәр ҙә һеҙҙең хроник сирҙәрегеҙ булһа, ниндәй вакцинаны яһатыу тураһында табип менән кәңәшләшегеҙ.
- Мин ковид менән сирҙе ауыр үткәрҙем. Прививка яһатырға кәрәкме, юҡмы?
- Эйе, коронавирус менән сирләүегеҙгә ҡарамаҫтан, һеҙгә прививка яһатырға кәрәк. Сирҙе үткәргән кешеләрҙә вирусҡа ҡаршы тәбиғи иммунитет барлыҡҡа килә, тик әлегәсә уның оҙайлымы, юҡмы икәнлеге, кешенең яҡшы яҡланған йәки яҡланмаған булыуы билдәһеҙ. Вакцина һеҙҙе вирустан ныҡлы һаҡлаясаҡ. Сирләгәндән һуң бер нисә ай үткәндән һуң прививка яһатырға тәҡдим ителә.
-Ковидҡа ҡаршы вакциналар кешенең ДНК-һына (дезоксирибонуклеи́новая кислота́) йоғонто яһай аламы?
- Юҡ, бер вакцина ла ДНК-ға тәьҫир итә лә, үҙ-ара йоғонто яһай ҙа алмай. Вакциналар организмдың иммун күҙәнәктәрен коронавирустың генетик материалы өлөшсәләре менән таныштыра. Улар вирусты иҫендә ҡалдыра һәм сирҙән һаҡланыуға йүнәлтелгән антиесемдәр етештерә башлай.
- Вакциналар кешенең репродуктив һәләтенә йоғонто яһаймы?
- Вакциналарҙың бала табыу һәләтенә тәьҫир итеүен иҫбатлаған бер ниндәй ҙә дәлил юҡ. Рәсәй вакциналары лаборатория шарттарында тоҡомға тәьҫир итеүсәнлек буйынса һынауҙарҙы уңышлы үткән. Кире эҙемтәләр асыҡланмаған. Вакцина яһатҡандан һуң ауырға ҡалыуҙан хәүефләнергә ярамай.
- Вирустың мутациялары барлыҡҡа килә. Яңы варианттарға ҡаршы вакциналар ҡаршы тора аласаҡмы?
- Эксперттар яңы варианттарҙың вирустың үҙ-үҙен тотошона нисек тәьҫир итеүен өйрәнә. Әлегә патогендарҙа сир ағышына йоғонто яһарға һәләтле үҙгәрештәр асыҡланмаған. Әгәр ҡайһы булһа ла вакцинаның варианттарға тәьҫирлелеге кәмегәне тойолһа, вакцинаның составын үҙгәртеү ҡарала. Нисек кенә булмаһын, вирустың таралыуына кәртә ҡуйыу өсөн привика яһатыу кәрәк. Был үҙ йәһәтендә вирус мутацияһын кәметергә ярҙам итәсәк.
- Вакцина яһатҡандан һуң тестың, мәҫәлән, ПЦР йәки антиген тесының, ыңғай булыуы мөмкинме?
- Юҡ, улай булыуы мөмкин түгел. Тест ярҙамында әүҙем сирҙең барлығы тикшерелә, ә кешенең иммунитеты түгел.
- Прививканан һуң сирләп китеү мөмкинме?
- Прививка арҡаһында түгел, ә вирус йоҡтороу һөҙөмтәһендә ауырыуығыҙ ихтимал. Прививкаланған кеше сирҙең тәүге билдәләрен һиҙеү менән ашығыс рәүештә табипҡа күренергә һәм ПЦР-тест яһатырға тейеш. Вакцинациянан һуң сирләп киткән кешеләр инфекцияны еңел үткәрә, өҙлөгөүҙәр булмай.
Сығанаҡ: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото: 161.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Y-n-vaktsinatsiya-ha-inda--orau-ar-a-yauaptar-829235/
Читайте нас