Яңылыҡтар
16 Июнь 2021, 17:08

Саранча һөжүм итә

«Ҡоролоҡ, ебәк күбәләге, етмәһә тағы саранча», — тип зарлана ролик авторы. Видеонан күренеүенсә ҡара сиңерткәләр Баймаҡ районы ауылдары араһындағы юлды ялмап алған

Баймаҡ районы кешеләре мобиль телефондың камераһына саранча күсен төшөрөп алғандар. Социаль селтәрҙәр ҡулланыусыһы Илсур һөйләүенсә, хәл Билал һәм Өмөтбай ауылдары араһында булған.
«Ҡоролоҡ, ебәк күбәләге, етмәһә тағы саранча», — тип зарлана ролик авторы.
Кадрҙарҙан күренеүенсә ҡара сиңерткәләр Баймаҡ районы ауылдары араһындағы юлды ялмап алған.
Фото:Башинформ.
Читайте нас