Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, хәл киҫкенләшә, шуға күрә ошо кесаҙна уҡ мәкерле сиргә ҡаршы көрәш, хәүефһеҙлек талаптарын көсәйтеү буйынса оператив штаб уҙғарыласаҡ. Әлбиттә, яҡшы яңылыҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, йыл башынан республикала эшҡыуарҙар иҫәбе, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадһына еңеүселәр артҡан.
Тәүлегенә 14 меңгә яҡын коронавирус йоҡтороу осрағы. Статистика мәғлүмәттәре һуңғы көндәрҙә Рәсәйҙә мәкерле сирҙең тағы ла ҡотора башлауын иҫбатлай. Радий Хәбиров әйтеүенсә, алда Башҡортстанды халыҡ-ара кимәлдәге күләмле саралар көтә. «Ворлд скилс» чемпионаты, Фольклориада, спорт көрәше буйынса донъя беренселеге. Сирҙең таралыуына юл ҡуймау мотлаҡ, кесаҙна оператив штабҡа йыйылабыҙ, тине Республика башлығы.