Ошо көндәрҙә франк телле университеттар конференцияһы үтте. Пандемия арҡаһында сара онлайн ойошторолдо, унда 220 докладсы ҡатнашты. Осрашыуҙа Википедияны үҫтереү мәсьәләһе лә ҡаралды.
Монреаль ҡалаһындағы Квебек университеты аспиранты Гөлнара Шәйҙуллина Башҡортостанда Википедия эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Әйткәндәй, Башҡортостан Википедияһы Бөтә донъя һанлы энциклопедияһының иң йылдам үҫешеүсе бүлектәре иҫәбенә инә.
Көнбайыш википедиясылар араһында яңы авторҙарға ҡарата ҡырыҫ мөнәсәбәт бар икән. Уларға мәҡәләләр баҫтырыу йәки ғәмәлдәге материалға төҙәтмәләр индереү ауырға төшә, сөнки электән эшләп килгән «мөхәррирҙәр олигархияһы» быға аяҡ сала.
«Башҡортостан Википедияһында яңы авторҙарға мөнәсәбәт инглиз телле бүлектең ҡапма-ҡаршыһы. Яңы авторҙарҙы бында көтәләр һәм шатланып ҡаршы алалар, уларҙы уҡытырға һәм ярҙам итергә һәр саҡ әҙербеҙ. Википедия тигеҙлек һәм коллектив етәкселек идеологияһын тәҡдим итә. Беҙҙә шулай килеп сыға ла. Уңышлы эшләүебеҙҙең сере ошонда», - тип билдәләне БашВикины ойоштороусы Рөстәм Нурыев.
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, инглиз телле Википедияның авторҙары араһында күпселек ир-егеттәр тәшкил итә, ә башҡортсала ҡатын-ҡыҙҙар, тип билдәләнә. Бының сәбәбе - Башҡортостанда барлыҡҡа килгән «Викиөләсәйҙәр» хәрәкәте. Республика райондарынан пенсия йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙар Башҡортостан һанлы энциклопедияһын тулыландырыуға ҙур өлөш индерә.