Башҡорт халҡының рухын сағылдырған шәхес күптән инде Башҡортостандың символына әйләнде. Республикаға ер, һыу, һауа юлдары менән килгән һәр кемде тап ошо символдың ҡаршы алыуы тәрән мәғәнәгә эйә. Халыҡты ғәҙеллек өсөн көрәшкә күтәргән батыр исеме бөгөн дә милләт-ара татыулыҡ, илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләй.
Быуаттар үтеүенә ҡарамаҫтан, Салауат Юлаевтың исеме халыҡ хәтеренән сыҡмай. Халҡы, ере, иле өсөн ғүмерен аямаған батыр исеме бөгөн дә Ватанға һөйөү тәрбиәләү өлгөһө булып ҡала.