Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе хәүефле һәм насар тәбиғәт күренештәре тураһында иҫкәртә: төбәктә урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, ә 17 июндә көндөҙ йәшен, боҙ-борсаҡ, урыны менән елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе, төндә һәм иртән автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкаларында 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге менән томан көтөлә.
Алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ айырым райондарҙа боҙ-борсаҡ. Ел көньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, секундына 7-12 метр, урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә 15-20, көнсығышта +10, көндөҙ 22-27, көньяҡта 32 градусҡа тиклем.
Өфөлә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә бер аҙ ямғыр, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихттимал. Урыны менән йәшен, көндөҙ айырым райондарҙа боҙ-борсаҡ. Ел көньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, секундына 7-12 метр, урыны менән елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә 15-17, көндөҙ 24-26 градус була.