23 йәшлек турист Дарья Манасова фото төшкәндә көслө ағымлы Гега йылғаһына ҡолап төшә.
Был тау йылғаһы ҡапыл ғына 315 метр самаһы ер аҫты кордиорҙары һәм мәмерйәләргә инеп юғала һәм тағы ер өҫтөнә сығып, 70 метр самаһы бейеклектән шарлауыҡ булып аға. Әлеге ваҡытта ҡыҙҙы эҙләү һөҙөмтәһе ҡыуандырмай. Эксперттар билдәләүенсә, туристтың иҫән ҡалыуы шик тыуҙыра.
Водолаздар йылға һәм уның ҡушылдыҡтарын тикшерә. Туғандары ла яҡшы хәбәрҙәргә өмөтләнә. Әле йәйге отпуск ваҡыттары башланды. Күптәр сит яҡ тарафтарға, шул иҫәптән, Абхазияға ял итергә сыға. Сәйәхәткә сыҡҡанда һаҡ булығыҙ.