Хәйбулла районында Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә һәм 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар иҫтәлегенә стела ҡуйыу планлаштырыла. Бының өсөн Әбүбәкер ауылы янындағы Утарбай тауы һайланған, сөнки тап ошо тарихи урында Утарбай Торомтаев командалығында башҡорт отрядтары тупланған һәм һуғышҡа оҙатылған.