Яңылыҡтар
15 Июнь 2021, 13:29

Сабый төндә ҡайҙа юлланған?

"Инстаграмдағы яҙмамды кемдер күреп, баланың әсәһенә шылтыратҡан..."

Магнитогорскиҙа йәшәгән Кристина төндә Белореттан ҡайтып барғанда оло юлда балаға тап була. Ул сабыйҙы полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыра.
Кристина әйтеүенсә, балала ҡурҡыуҙың әҫәре лә юҡ, ҡараңғы булһа ла, ул урманға табан юлланған.
– Бала өйҙән сығып киткәндә ата-әсәһенең үҙен эҙләмәүе тураһында һөйләп бирҙе. Был юлы ла шулай булды, малайҙы участкаға төнгө сәғәт 12-лә алып килдем, ә атаһы унда иртәгәһенә сәғәт 11-ҙәр тирәһендә генә килгән. Инстаграмдағы яҙмамды кемдер күреп, баланың әсәһенә шылтыратҡан. Ата-әсә сабыйҙарын эҙләүҙәрен белдерһә лә, ул юғалғандан алып 11 сәғәт эсендә полицияға был хаҡта бер генә шылтыратыу ҙа булмаған, – ти Кристина.
Әле тәртип һаҡсылары хәлдең сәбәбен асыҡлай. Әле туғыҙ йәшлек малай приютҡа урынлаштырылған.
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас