Яңылыҡтар
15 Июнь 2021, 18:48

Көтөүсенең тәнен өҙгөләп бөткәндәр...

55 йәшлек ирҙең кәүҙәһе ауылдан 5 километр алыҫлыҡтағы быуа буйында табылған

Бөгөн иртә менән Әлшәй районының Раевка ауылынан биш километр алыҫлыҡтағы быуа буйында йәнлектәр талаған кеше кәүҙәһе табылған.
Уның ошонда ғүмер иткән 55 йәшлек ир булғаны асыҡланған. Уны урындағы халыҡ көтөү көтөр өсөн яллаған булған. Иртәнсәккә мал ауылға үҙаллы ҡайтҡан, ә көтөүсе күренмәгән.
Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ир йөрәк хәлһеҙлегенән вафат булған, мәйетте йыртҡыс йәнлектәр өҙгөләп талап киткән. Әле осраҡ буйынса тикшереү эштәре бара.
Көндәрҙең үтә эҫе тороуы ҡан баҫымы, йөрәк сирҙәренән яфаланғандарға икеләтә хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә бындай мәлдә урамға сығыуҙы һирәгәйтеп тороғоҙ, был мөмкин түгел икән, үҙегеҙ менән һыу, дарыу йөрөтөгөҙ, башығыҙға кейегеҙ.
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас