Баҡсасылар, ғәҙәттә, ҡурай еләге ҡыуағына артыҡ иғтибар бүлмәй. Ултырамы – ултыра. Сирҙәре күренһә лә, хафаланмайҙар. Ниңәлер, иң витаминлы емештәрҙең береһен биргән был ҡыуаҡ үҙе “иркә” түгел шул. Әрһеҙ тип һанарға күнеккәнгәме икән?
Ҡурай еләге мул уңыш бирһен, һау булһын өсөн ниҙәр эшләргә кәрәк? Был һорауға Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса бүлеге агрономы Айһылыу Камалетдинова яуап бирә.
“Был ҡыуаҡтың ботаҡтарына зарар килтергән бөжәктәр әллә ни күп түгел. Иң йыш осрағаны – ҡурай еләге себене. Ул ботаҡтарҙың үҙәгенә инеп йәшәй башлай һәм яйлап уңышҡа ла, ҡыуаҡҡа ла зыян килтерә. Бер нисә йыл эсендә тамам киптереүе ихтимал. Ҡурай еләгенән тыш, был себендең башҡа ҡыуаҡтарға ла ҡуныуы бар. Һөҙөмтәлә уңыш15 процентҡа кәмей, яңы үҫеп сыҡҡан ботаҡтарының һаны ла аҙая.
Себендең ҡарышлауыҡтарын еләктә лә күрергә була: улар аҡһыл төҫтә, биш миллиметр самаһы.
Ҡышты был себен ҡыуаҡтың төбөндә үткәрә. Яҙ ботаҡтар үҫеп сыға башлау менән йомортҡа һала башлай. Өҫкө япраҡтарҙың һәр береһенә берәр йомортҡа тура килә. Биш-һигеҙ көндән сыҡҡан ҡарышлауыҡтар әлегә йомшаҡ ботаҡтың эсенә инеп, уны ашай башлай.
Йәй башында ҡыуаҡтарығыҙҙы иғтибарлап ҡарағыҙ. Бер ниндәй сәбәпһеҙ уларҙың осо кибеп төшә башлаһа, тимәк, был - ҡарышлауыҡтарҙың “эше”.
Айһылыу Камалетдинова был бәләнән ҡотолоу юлдарын да өйрәтте.
Тәү сиратта ауырыу ботаҡты ҡорой башлаған еренән саҡ ҡына аҫтаныраҡ киҫергә кәрәк. Сибектәрен төбөнән үк алып ташлағыҙ. Ҡурай еләге араһын ҡаҙырға ла йәй буйы тураҡланған йәшел үлән һалып торорға кәрәк. Әгәр себенде был ысулдар менән еңеп булмаһа, инсектицидтар ҡулланығыҙ. Шунһыҙ булмай. Был осраҡта йәш ботаҡтарға ла, ҡыуаҡтың эргәһендәге ергә лә дарыу һиптерергә кәрәк.