Башҡортостандағы хоҡуҡ һаҡлау органдарының башҡа вазифалы хеҙмәткәрҙәре һәм республика кимәлендәге күп кенә етәкселәр менән сағыштырғанда, Динар Ғилметдинов ябай халыҡ өсөн дә, төрлө матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн үҙенең асыҡлығы менән айырылып тора. Интернетта аралашыу һәм фекер алышыу ныҡлап тарала башлауҙың тәүге йылдарында уҡ ул унда үҙенең блогын булдырҙы һәм яҙылған барлыҡ мәғлүмәттәргә иғтибарлы булыуын күрһәтеп килә. Был турала 2013 йылда
«Башҡортостан» гәзитенә биргән интервьюһендә ул үҙе түбәндәгеләрҙе белдерҙе: «Мин берәүҙән дә йәшенмәйем, бөтәһе өсөн дә һәр ваҡыт асыҡмын: ысынлап та, Интернетта шәхси блогым бар (
http://102gibdd.ru/blog/), шулай уҡ «Фейсбук»та ла теркәлдем. Кешеләр ебәргән бөтә һорауҙарға ла үҙ ваҡытында төплө яуап бирергә тырышам. Әйткәндәй, был мөрәжәғәттәрҙән үҙебеҙ өсөн дә йомғаҡ яһайбыҙ, бик күптәрҙең әйткәне, кәңәше эшебеҙҙең сифатын баһаларға ярҙам итә».