Бөйөк Британия ғалимдары фастфудты, бигерәк тә йәштәр яратып ашаған бургер, фри картуфы, роллы кеүек ашамлыҡтарҙы кеше организмы вирус тип ҡабул итеүен иҫбатлаған.
Улар бының өсөн лабораторияла сысҡандарҙы ай буйы күп шәкәр ҡушылған, трансмайҙар менән тулы аҙыҡ менән генә туҡландырған. Ә йәшелсә, емеш-еләкте бөтөнләй ашатмағандар. Һөҙөмтәлә көн дә фастфуд ашаған кимереүселәрҙең ҡанында иммун күҙәнәктәренең шәпләп күбәйеүе күҙәтелгән. Ғәҙәттә, микроб һөжүме ваҡытында организм шулай көрәшә икән. Ғалимдар белдереүенсә, микробтарҙың һөжүменә яуап итеп, организмда елкенһенеү барлыҡҡа килә. Һығымта яһап шуны әйтергә була: фастфуд ашаған һайын, организмда елкенһенеү процестары башлана, шулай итеп тиҙ-тиләмән аҙыҡ ашап йөрөп, кеше үҙ-үҙен зарарлай, ауырыта. Фастфудҡа күнегеп, аҙаҡ ғәҙәти аҙыҡҡа күсеүе бик ҡыйын, ти ғалимдар.