Яңылыҡтар
14 Июнь 2021, 03:10

Эшсе һөнәрҙәрҙең баһаһы арта

Был сарала ҡатнашырға теләгән эш биреүселәргә һәм белем биреү ойошмаларын тамамлаусы йәштәргә республиканың Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк

2021 йылда Башҡортостанда профессиональ белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларҙың стажировкаһын ойоштороуға 18,3 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. 365 белгес ошо мөмкинлектән файҙаланасаҡ. Июнь башында стажировкаға 160 йәш белгес ебәрелде лә инде.
- Хеҙмәт баҙарында эшсе көскә ихтыяж һәм тәҡдимдең тигеҙһеҙлеге сәбәпле, республика алдында квалификациялы эшсе кадрҙар әҙерләү системаһын тиҙ үҫтереү буйынса ҙур бурыс тора. Бынан тыш, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү һәм профессиональ йүнәлеш буйынса эште әүҙем үткәреү өсөн мөмкин тиклем уҡыусыларҙы күберәк йәлеп итеү кәрәк. Уңышлы, талантлы, әүҙем йәштәр илдең һәр төбәге киләсәген формалаштырыу өсөн потенциал булып тора, - тип билдәләне ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников.
Был сарала ҡатнашырға теләгән эш биреүселәргә һәм белем биреү ойошмаларын тамамлаусы йәштәргә республиканың Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Стажировка ойоштороу предприятиеға үҙ аллы кадрҙар резервын әҙерләргә ярҙам итәсәк. Сығарылыш белгестәре тейешле эш тәжрибәһе туплаясаҡ һәм көтөлгән өмөттәр менән ысынбарлыҡтың тап килеү-килмәүен күрәсәк. Былтыр стажировка сараһында 130 эш биреүсе ҡатнашты.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылға ошондай мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк буласаҡ: хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү нигеҙҙәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән кадрҙар әҙерләү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән, һанлы технологияларҙы һәм платформалы ҡарарҙарҙы файҙаланыу менән; хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешенә ҡамасаулаған норматив-хоҡуҡи һәм административ сикләүҙәрҙе ҡыҫҡартыу, шулай уҡ иҫкергән һәм етештереүсәнһеҙ эш урындарын алмаштырыу юлы менән.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Eshse--n-r-r-e-ba-a-i-arta-825978/
Читайте нас