Яңылыҡтар
14 Июнь 2021, 03:17

Енәйәтсе 15 йылдан һуң тотолған

2006 йылда Әбйәлил районында 16 йәшлек үҫмер 52 йәшлек магазин хужабикәһен үлтерә. Ул саҡта хөкөмдән ҡотолоп ҡала.

Әбйәлил районында хоҡуҡ һаҡсылары 15 йыл элекке енәйәтте асыуға өлгәшкән. Тикшереү күрһәтеүенсә, 2006 йылда ул саҡта әле бәлиғ булмаған үҫмер 52 йәшлек магазин хужабикәһен үлтерә.
Апрель айында сауҙа нөктәһенә һөжүм итеү тураһында хәбәр килә. Тәртип һаҡлау органы енәйәт эше ҡуҙғата. Ләкин үлтереүсенең эҙенә төшә алмайҙар.
Хәҙер һатыусының ғүмерен ҡыйыуға 31 йәшлек ирҙең һәм уның танышының ҡыҫылышы барлығы билдәле була. Енәйәтсе бер танышына шул турала һөйләгән икән. Теге әшнәһе 2013 йылда йоғошло ауырыуҙан вафат булған.
Ғәйепләнеүсе бығаса өс тапҡыр – урлау, талау, законһыҙ рәүештә кеше өйөнә үтеп инеү буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырылған.
Әле ул 15 йыл элекке енәйәтендә лә ғәйебен таныған. Һөйләүенсә, магазинға инеп, хужабикәнән аҡса талап итеп, ҡаршылашырға маташҡан ҡатынға бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Артабан уның иҫән икәнен күреп, бизмән геры менән башына һуға.
Ул ваҡытта енәйәтсегә 16 ғына йәш була. Шулай итеп, ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә тиеүҙәре дөрөҫкә сыҡҡан. Ирҙе суд көтә.
Фото: mosaica.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас