Яңылыҡтар
14 Июнь 2021, 03:07

Ауырыуҙар алыҫ ҡалаларға йөрөмәйәсәк

Ошоға тиклем ауырыуҙар коронография үтеү өсөн Салауат ҡалаһына, ә унан алда Өфөләге Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһына барһа, хәҙер дауаланыу өсөн аралар яҡынайҙы.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Күмертау ҡалаһына “Сименс” фирмаһында етештерелгән ангиограф килтерелде.
- Хәҙерге ваҡытта ҡорамал ҡуйыласаҡ бина эсендә ремонт эштәре бара, -тине медицина учреждениеһының баш табибы Олег Астахов.- Ҡорамалда эшләү өсөн “Рентгенваскуляр диагностика һәм дауалау” белгеслеге буйынса Рәсәй һәм Башҡортостан вуздарында дүрт табип уҡытылды.
Етәксе әйтеүенсә, ангиограф пациенттарға ашығыс ярҙам алырға булышасаҡ һәм миокард инфаркты осраҡтарында үлем һәм инвалидлыҡ кимәлен кәметәсәк. Ошоға тиклем ауырыуҙар коронография үтеү өсөн Салауат ҡалаһына, ә унан алда Өфөләге Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһына барһа, хәҙер дауаланыу өсөн аралар яҡынайҙы.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм арауыҡта мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас