Яңылыҡтар
14 Июня 2021, 15:50

Һабантуйҙа хәүеф һағалаған

Был аяныслы хәл һабантуй мәлендә була. Ҡапыл арбалы ат ситкә, кешеләр өҫтөнә ташлана...

Татарстандың Балтасы ҡасабаһында үткән һабантуй мәлендә арба егелгән ат, идараны юғалтып, ҡапыл ситтә ҡарап торған кешеләр төркөмө араһына барып инә.
Был хаҡта tatar.inform krim баҫмаһының YouTube-каналында видеояҙма ҡуйылды. Күңелһеҙ хәл тураһында “Татар-информ” мәғлүмәт агентлығы ла хәбәр итеп, ат менән бәйле инцидент ваҡытында 15 йәшлек үҫмерҙең зыян күреүе хаҡында яҙып сыҡты.
Бәхеткә күрә, үҫмерҙең тән йәрәхәттәре үтә ауыр булмаған. Балтасы дауаханаһында тейешле медицина тикшереүе үткәреп, ярҙам күрһәткәндән һуң егетте амбулатор шарттарҙа дауаланыу өйөнә ҡайтарғандар.
Фото: видеонан скриншот.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/abantuy-a-h-ef-a-ala-an-827132/
Читайте нас