Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
13 Июнь 2021, 03:32
Һәр беребеҙ өсөн файҙалы
Ҡайһы бер емеш-еләктең эшкәрткәндән һуң да файҙалы үҙенсәлектәре юғалмай. Айырыуса түбәндәгеләрҙең.
Ғалимдар фекеренсә, экологик яҡтан насарыраҡ ҙур ҡала-райондарҙа йәшәгәндәргә һатыу тәм-томо урынына үҙең әҙерләгән емеш-еләк ҡайнатмаһы менән туҡланыу күпкә яҡшы. Һәм, ғөмүмән, уны - файҙалы ризыҡты ваҡытында һәр беребеҙгә ҡышҡылыҡҡа хәстәрләп ҡуйыу ҡамасауламаҫ.
Һәр ҡайнатма үҙенсә файҙалы. Ҡайһы бер емеш-еләктең эшкәрткәндән һуң да файҙалы үҙенсәлектәре юғалмай. Мәҫәлән, түбәндәгеләрҙең.
Һырғанаҡ
(һарығат - облепиха). Уны бешергәндән һуң да составында С витамины һаҡлана, шуға ла еләге лә, ҡайнатмаһы ла - шәп тәбиғи антиоксидант.
Мүк еләгенең
(клюква) ҡайнатмаһы йөрәк сирлеләргә, ашҡаҙан ауырыуынан яфаланғандарға файҙалы. Был емеште яратҡандарҙың ҡан баҫымы түбәнәйә, ҡан тамырҙарында зарарлы холестерины кәмей, ул ашҡаҙан язваһы килеп сығыуҙан һаҡлай һәм иҫкәртә.
Ҡара мышар
ҡайнатмаһы ҡан баҫымы "һикергеләгәндә" килешә, аҡыл һәм физик көсөргәнеште һыпырып алып ташлай.
Сливаның да
эшкәрткәндән һуң да бөтә файҙалы матдәләре һаҡлана. Был ҡайнатма бигерәк тә ҡан тамырҙарында проблема булғандарға ыңғай йоғонто яһай, сөнки емештә К витамины күп - ул тромбозға ҡаршы көрәшә, ә Р витамины ҡан тамырҙары көбөн нығыта.
Фото: 1zoom.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/r-berebe--s-n-fay-ali-798433/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"