Урын өҫтөндә ятҡан ҡартының ҡыҙыу маңлайына еүеш таҫтамал һалып, йәнәшәһендә ҡарсығы ултыра.
– Ҡартым, үкенескә ҡала күрмәһен, күңелемде асырға теләйем. Алданым бит мин һине, оҙаҡ йылдар буйы алдап йәшәнем! Һин минең ирем түгел...
Ҡарт күҙҙәрен аса ла ҡарсығына аптыраулы ҡарашын ташлай.
– Бүлдермә генә, зинһар өсөн, ахырғаса тыңлап бөт мине, – тип дауам итә ҡарсыҡ. – Ғүмерлеккә айырылышһаҡ, һөйләмәй ҡалам тип ҡурҡам... Һуғыш бөткәндән һуң, аҙашып, беҙҙең ауылға килеп сыҡҡаныңды хәтерләйһеңме? Тораташ кеүек ҡатып ҡалдым да унан муйыныңа ташланған инем шул осрашыуҙа. Бутағанмын мин ул ваҡытта...
Һин шул ҡәҙәр минең иремә оҡшаған инең! Уның үлеме хаҡында хәбәр алғаныма бер нисә көн генә үткән ине әле, шул ваҡытта һин килеп керҙең. Иҫән! «Ҡағыҙҙарҙы бутағандарҙыр, ирем ҡайтты», – тип уйланым. Һине ҡосаҡлап алғас ҡына яңылышҡанымды аңланым... Ҡыҙарындым, ғәфү үтендем һинән. Һарайға ҡунырға индерҙем. Ир ҡулы теймәгән хужалыҡ икәнен күргәнһеңдер, иртә менән һарай ишеген төҙәтергә тотондоң. Һис көтмәгәндә һинең өстөңә өрлөк төштө шул ваҡытта! Инде үлде буғай тиһәм, тын алаһың. Ярҙамға саҡырырға фельдшерға йүгерҙем. «Ныҡ егет икән, еңел ҡотолған, бер аҙ хәтеренә генә зыян килгән», – тине ул.
Мин шул хәлдән файҙаланырға булдым, баш эшләмәһә лә, йөрәк шулай ҡушты. «Һинең ҡатының бит мин», – тип әйтеп һалдым. Һәләк булған иремә оҡшап ҡына ҡалмайынса, ныҡ кәүҙәле, йөҙгә лә сибәр инең. Һуғыштан һуң ике баланы бер үҙем нисек күтәрермен, тип борсолоуым да булғандыр...
Мин әйттем, һин ышандың. Унан һуң бик уңайһыҙландым, выждан ғазабы кисерҙем. Ләкин шул ҡәҙәр эйәләшеп өлгөрҙөм һиңә! Бер нимәне лә үҙгәртергә теләмәнем. Һинең өсөн барыһын да үҙем хәл иттем, ғәфү ит мине, ҡартым! Үҙ өҫтөмә бындай гонаһ алмаған булһам, бәлки, һинең ғүмерең башҡа төрлө уҙыр ине...
Ҡарты уға бер минут тирәһе ҡарап тора ла көлөп ебәрә.
– И-и-и, ҡарсыҡ, йүләрме һин? Ниндәй башҡа тормош тураһында һөйләйһең? Ғүмерем буйы һине генә яраттым бит мин! Эйе, хәтерләйем, ул ваҡытта ауылығыҙға ысындан да аҙашып ингән инем. Ләкин ҡалыу-ҡалмауымды бары үҙем хәл иттем! Мин һиңә бер күреүҙә үк ғашиҡ булдым. Тик бына хистәремде ҡайһы яҡтан килеп, нисек әйтергә һуң? Һиндәй ҡатынды үҙенеке итергә теләүселәр күп булыр ине. Хужалыҡтағы китек-митек ерҙәрҙе төҙәтәйем әле, бәлки, ҡыуып сығармаҫ, бер яйы сығыр, тип тотонған инем ул һарай ишегенә. Өрлөк килеп төшөүгә, күҙ алдарым ҡараңғыланып китте. Аңыма килгәс, фельдшерығыҙҙы хәйләгә тарттым, һине бер аҙ алдарға ҡуштым. Имеш, хәтерен юғалтҡан, бер ҡайҙа ла китә алмай... Яныма килеп: «Мин һинең ҡатының», – тип әйткәс, шул ҡәҙәр шатландым! Үҙемә бер нимә лә уйлап табаһы ла булманы бит.
– И-и-и, йүләр ҡартым. Элегерәк әйтеп булманымы ни уны? Бергә рәхәтләнеп көлгән булыр инек, исмаһам.
– Әйтмәксе инем дә, гел яйы сыҡманы. Оло балаларҙы аяҡҡа баҫтыраһы булды, унан тағын өс балабыҙ тыуҙы. Икебеҙ ҙә ғүмер буйы ауыр сер күтәреп йөрөгәнбеҙ, бер гонаһыбыҙ ҙа булмаған икән, – ти ҡарты.
– Ярай әле бөгөн күңелдәрҙе астыҡ. Үлгәс, фәрештәләргә генә һөйләргә ҡала ине бит был хәлдәрҙе. Ләкин һин, ҡартым, үләм тип ятма әле... Мин бында һинһеҙ йәшәй алмайым, ҡалдырып китмә мине...
– Һөмһөрөңдө ҡойоп ултырма әле, ҡарсыҡ. Барыһы ла яҡшы булыр. Етәр мине һаҡларға, йоҡларға ят, – тип яуап бирә ҡарт.
Йоҡларға яталар. Ләкин ҡарсыҡтың йоҡоһо тынғыһыҙ була. Төнө буйы насар төштәр күреп, һаташып сыға. Иртән таң менән уяна ул. Йәнәшәләге урын буш. Йөрәге борсолоуҙан ҡыҫып ҡуя. Әллә...
Юҡ икән, ана, баҫҡыс төбөндә тәмәкеһен быҫҡытып ултыра. Был юлы ла улар йортон урап уҙған әжәл. Әкрен генә, ҡыштыр-мыштыр килеп йәшәйһеләре бар икән әле...
Сығанаҡ: http://www.syuyumbike.ru/news/otkrovenie/sin-minem-irem-tgel