Аҡъяр ауылының “Бәпембә” балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн һабантуй байрамы үтте. Ат сабышы, көршәккә таяҡ менән һуғыу, көйәнтә менән һыу ташыу, арҡан тартышыу, йомортҡа менән йүгереү кеүек уйындар бәләкәстәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, уларҙың шталығы сикһеҙ булды. Күңелле музыка һәм дәртле йыр-моңға сорналған һабантуй шаулап-гөрләп уҙҙы.