Яңылыҡтар
13 Июнь 2021, 03:26

Ғаризаларҙы ҡабул итәләр

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” гранттар биреү конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы ҡабул итәләр.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” гранттар биреү конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы ҡабул итәләр.
– “Агростартап” гранты – дәүләттән 3 миллион һумға, кооперативта торған хужалыҡҡа 4 миллион һумға тиклем кире ҡайтарылмай торған аҡсаны алыу мөмкинлеге ул. Дәүләт ярҙамы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына йәки шәхси эшҡыуарҙарға конкурс нигеҙендә генә бирелә. Бының өсөн Ауыл хужалығы министрлығына бизнес-планды (үҙ хужалығыңды ойоштороу һәм үҫтереү проекты) тапшырырға кәрәк. Конкурс комиссияһы проектты, өҫтөнлөктәргә ярашлы, махсус шкала буйынса баһалай. Кем баллды күберәк туплай, шул дәүләт ярҙамын аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта комиссияның һәр ултырышы Youtube каналында онлайн режимда күрһәтелә, - тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Ул шулай уҡ бөгөн ауыл хужалығы продукцияһын етештерә белгән генә түгел, уны эшкәртеп, баҙарҙа конкурентлылыҡҡа һәләтле тауар итә белгән эшҡыуарҙар кәрәк, тип белдерҙе. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты бурыстарын да тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/arizalar-i-abul-it-l-r-825998/
Читайте нас