Яңылыҡтар
12 Июнь 2021, 18:40

Ҡый үләне тип ташларға ашыҡмағыҙ

Ҡый тип йолҡоп ырғытҡан күп үләндәрҙең ни тиклем файҙалы булыуы, ә бит элек-электән был үҫемлектәрҙең дауалау үҙенсәлектәре тураһында белеп, ҡулланғандар...

Ҡый тип йолҡоп ырғытҡан күп үләндәрҙең ни тиклем файҙалы булыуы, күп ауырыуҙарҙан килешеүе тураһында тағы бер ҡат иҫегеҙгә төшөрөрөгә булдыҡ. Һәр кемдең баҡсаһында бәпембә, аҡтамыр, дегәнәк үҫәлер, саҡ ҡына ҡарамағанда ла баҫып алып ҡына бара улар, шулай бит? Ә бит элек-электән был үҫемлектәрҙең дауалау үҙенсәлектәре тураһында белеп, ҡулланғандар, аслыҡ йылдарында тамырҙарын он итеп икмәк итеп тә ашағандар.
Мәҫәлән, аҡтамыр организмда матдәләр алмашыныуын яйға һала, тамырынан төнәтмә шешенгәндә, бәүел тотмағанда, хроник бронхит, цистит, ашҡаҙан-эсәк, шәкәр диабеты, юғары ҡан баҫымы, остеохондроз сирҙәре булғанда килешә. Быуындар һыҙлағанда ауыртыныуҙы баҫыу өсөн дә ҡулланырға мөмкин.
Бәпембә тамырының аҙ ҡанлылыҡты, ашҡаҙан, бауыр, диатез, быуын сирҙәрен дауалау һәләте бар.

Дегәнәк тамыры ла бик күп сирҙәрҙән - бронхит, гайморит, ревматизм, подагра, артрит, атеросклероз, умыртҡа һөйәге грыжаһы, тире ауырыуҙары, хатта яман шеш һ.б... - дауа сығанағы булып тора.
Үҫемлек тамырҙарын иртә яҙ - йәй миҙгелендә ҡаҙып алыу мөһим. Дауаланыу өсөн бер - ике йыллыҡтарын, хәлдәрен сәскә атыуға ебәрмәгән йәш, көслө үләндәрҙе һайларға кәрәк. Тамырҙарҙы ҡаҙып алғас, таҙартып, йыуып, ҡоротоп, ваҡлап турарға (оҙаҡҡа һаҡлағанда - киптеререгә). Дауа сифатында ҡулланғанда, бер ҡалаҡ тамырҙы ике стакан эҫе һыулы һауытҡа һалып, тағы ун минут ҡайнатырға ла ике сәғәткә ултыртып торорға кәңәш ителә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ун-ун биш минут алдан ярты стакан эсеү һөҙөмтәле буласаҡ.
Һәр сараны ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Фото:вс-63. рф
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас