Яңылыҡтар
12 Июнь 2021, 18:11

Йәшен ғаиләне йәлләмәгән...

”Уй, бөтә нәмә янып бөттө! Бөтә нәмә – техника, мебель, кейем-һалым!” – тип бөтөрөнә зыян күреүсенең әсәһе.

“Әлшәй хәбәрҙәре” хәбәр итеүенсә, Әлшәй районының Ҡармыш ауылында шәхси йортто йәшен һуҡҡан. Ул янып китеп, биш кешелек ғаилә торлаҡһыҙ ҡалған.
Янғын киске сәғәт 6-ларҙа ҡойма ямғырҙан һуң сыҡҡан. Кешеләр әйтеүенсә, ул шул тиклем көслө булған, хатта һыу стенаһы аша күрше өйҙәр ҙә күренмәгән. Йортҡа ут ҡапҡанда унда берәү ҙә булмаған. Күршеләр бәлә килгәнен аңғарып, янғын һүндереүселәрҙе саҡырған.
”Уй, бөтә нәмә янып бөттө! Бөтә нәмә – техника, мебель, кейем-һалым!” – тип бөтөрөнә зыян күреүсенең әсәһе.
Ғаилә йортто яңыраҡ әсәлек капиталына алған, төкәтмә төҙөгән. Өс, алты, 13 йәшлек балалар һәм уларҙың ата-әсәһе йортһоҙ, документтарһыҙ һәм кейемһеҙ ҡалған. Улар ярҙамға мохтаж. Ауылдаштары кәрәк-яраҡ йыя башлаған.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас